Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Февраль , 08:30

Мөһим объекттың асылыуын көтәләр

Айырыуса өлкәндәр һөйөнәлер инде...

Мөһим объекттың асылыуын көтәләр
Мөһим объекттың асылыуын көтәләр

Балтас районының Нажар ауылында, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү дауам итә. Әлеге ваҡытта эшселәр пандус урынлаштырыу менән мәшғүл, оҙаҡламай бинаның эске өлөшөндә биҙәкләү эштәре башланасаҡ.

Медицина инфраструктураһының мөһим объекты 434 кешене хеҙмәтләндерәсәк. Һәр кем өйөнә яҡын урында сифатлы медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә.

 – Беҙҙә яңы медицина пункты асылыуына бик шатмын. Айырыуса өлкәндәр һөйөнәлер инде. Сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә шарттар булдырылған, –ти фельдшер Хәлиҙә Ғәлиханова.

Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект ”Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм киң ҡоласлы элекке “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ.Йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: