Милли проекттар
6 Февраля 2025, 05:30

Ахлыстинда – яңы медицина пункты

Пациенттарҙы тәжрибәле фельдшер Нәбирә Насибуллина ҡабул итәсәк.

Ахлыстинда – яңы медицина пунктыАхлыстинда – яңы медицина пункты
Ахлыстинда – яңы медицина пункты

Благовещен районының Ахлыстин ауылында,”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (яңы йылдан “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты) ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Бина заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ул бөтә тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Медицина пунктында фельдшер, процедура, пациенттарҙы ҡабул итеү кабинеттары, дарыуҙарҙы һаҡлау бүлмәһе бар. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн пандус ҡуйылыуы уңайлы. Яңы медицина учреждениеһында пациенттарҙы хеҙмәт стажы 39 йыл тәшкил иткән фельдшер Нәбирә Насибуллина ҡабул итәсәк.

Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота.

Фото: gtrk.tv

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас