Милли проекттар
6 Февраль 2025, 03:30

Өҫтәмә мөмкинлектәр аса

Приборҙарҙы файҙаланыуы ла уңайлы.

Өҫтәмә мөмкинлектәр асаӨҫтәмә мөмкинлектәр аса
Өҫтәмә мөмкинлектәр аса

Баймаҡ ҡалаһындағы үҙәк район дауаханаһына өс яңы ультратауышлы аппарат килтерелгән. Улар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) буйынса һатып алынған.

Был ҡорамалдар эске ағзаларҙың патологик үҙгәрештәрен визуалләштерергә, һөҙөмтәле дауалауҙы ваҡытында тәғәйенләргә булышлыҡ итә. Был ҡорамалдың файҙаланыу интефейсы ла, приборҙарҙы файҙаланыуы ла уңайлы. Был иһә табип эшен уңайлы һәм һөҙөмтәле итә.

“Заманса ультратауышлы аппараттар диагностикалау ҡорамалдарына өҫтәмә булып тора һәм төрлө ультратауышлы тикшереүҙәрҙе үткәреү өсөн ҙур мөмкинлектәр аса”, - ти Баймаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Рысҡужин.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты – граждандарҙың оҙон ғүмере күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға ғүмер оҙайлылығын – 78, 2036 йылда 81 йәшкә тиклем арттырыу көтөлә. Милли проекттар ярҙамында медицина ойошмалары яңыртыла, реабилитациялау системаһы камиллаша, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш бара.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарарҙары буйынса тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас