Милли проекттар
9 Февраль 2025, 05:30

Быйыл 94 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелә

Мәҫәлән, Өфөлә Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйылған Ленин исемендәге паркты яңырталар. Стәрлетамаҡта – Киров исемендәге парк, ә Салауатта Космонавтар бульвары төҙөкләндерелә.

Быйыл 94 йәмәғәт урыны төҙөкләндереләБыйыл 94 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелә
Быйыл 94 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелә

Быйыл Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (нацпроект “Инфраструктура для жизни”) буйынса 94 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү ҡаралған, тип хәбәр итә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы. Мәҫәлән, Өфөлә Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйылған Ленин исемендәге паркты яңырталар. Стәрлетамаҡта – Киров исемендәге парк, ә Салауатта Космонавтар бульвары төҙөкләндерелә.

Бынан тыш, Октябрьский ҡалаһындағы Еңеү паркында, Күмертау ҡалаһында иҫке быуа янындағы майҙанда, Ишембайҙа Ленин проспектындағы аллеяла эш барыр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Башҡортостанда 2019–2024 йылдарҙа тормошҡа ашырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса 123 йәмәғәт биләмәһе яңыртылды. Проект барған алты йыл эсендә республикала 806 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – ауыл, ҡалаларҙы комплекслы үҫтереү. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: house.bashkortostan.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас