Милли проекттар
12 Февраль 2025, 02:30

“Парус” тоғро хеҙмәт итәсәк

“Парус” аппараты төпкөл ауылдарҙа ҡаты ауырыуҙарға медицина тикшереүҙәре үткәреү өсөн тәғәйенләнгән.

“Парус” тоғро хеҙмәт итәсәк“Парус” тоғро хеҙмәт итәсәк
“Парус” тоғро хеҙмәт итәсәк

Краснокама үҙәк район дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Рәсәйҙә етештерелгән заманса “Парус” рентген аппараты алынды.

Күсмә рентген аппараты еңел, файҙаланыуҙа уңайлы, терапия, ортопедия, хирургия һәм реанимация өлкәләрендә тикшереү өсөн ҡулланыла. Уны дауалау учреждениеларында, ялан медицина пункттарында, шулай уҡ халыҡҡа күләмле тикшеренеүҙәр үткәргәндә ҡулланалар.

Был һанлы рентген аппараты төрлө ағзаларҙы диагностикалау өсөн уңайлы. Аппараттағы эш станцияһы бөтә мәғлүмәтте туплай, системаға һала һәм һаҡлай.  “Парус” аппараты төпкөл ауылдарҙа ҡаты ауырыуҙарға медицина тикшереүҙәре үткәреү өсөн тәғәйенләнгән.

Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас