Милли проекттар
12 Февраля 2025, 03:30

Учалылар Чеховты уҡыны

Йәш ҡатнашыусылар Чеховтың талантлы яҙыусы һәм драматург ҡына түгел, ә медицинала ҙур эҙ ҡалдырған күренекле табип булыуын да белде.

Учалылар Чеховты уҡыныУчалылар Чеховты уҡыны
Учалылар Чеховты уҡыны

"Ғаилә" милли проекты (национальный проект “Семья”) сараларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Учалы районының Үҙәк район моделле китапханаһында бөйөк яҙыусы һәм драматург Антон Павлович Чеховтың тыуыуына 165 йыл тулыуға арналған әҙәби сәғәт үтте.

Антон Чехов – рус әҙәбиәтенең иң билдәле һәм халыҡ яратҡан классиктарының береһе. Уның ҡыҫҡа, әммә сағыу һәм емешле тормошо донъя мәҙәниәтендә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Сараға балаларға бөйөк яҙыусының тормошо һәм ижады хаҡында һөйләнеләр.     

Йәш ҡатнашыусылар Чеховтың талантлы яҙыусы һәм драматург ҡына түгел, ә медицинала ҙур эҙ ҡалдырған күренекле табип булыуын да белде. Уның хикәйәләре беҙҙе изге күңелле, эскерһеҙ булырға һәм, иң мөһиме, үҙебеҙҙе хөрмәт итергә өйрәтә.

Бынан һуң балалар Антон Павловичтың хикәйәһе буйынса төшөрөлгән “Каштанка” йәнһүрәтен ҡараны. Йәнһүрәт йәш тамашасыларҙа тәрән тәьҫораттар ҡалдырҙы, фильмды ҡарағандан һуң уларға яратҡан йәнлектәрен пластилиндан эшләргә тәҡдим иттеләр.

Кисәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Антон Чехов талантының яңы сиктәрен асып, ваҡытты ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм файҙа менән үткәрҙе.

Фото: Учалы районы хакимиәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас