Милли проекттар
14 Февраль 2025, 02:30

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына 33,4 миллиард һум йүнәлтелгән

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үткән кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә милли проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе буйынса йомғаҡ яһалды. 

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына 33,4 миллиард һум  йүнәлтелгән“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына 33,4 миллиард һум  йүнәлтелгән
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына 33,4 миллиард һум йүнәлтелгән

Иң ҙур ҡаҙаныштарҙың береһе – сабыйҙар үлеме кәмеүе. Был күрһәткес – статистик күҙәтеү тарихында иң түбәне. Алты йыл эсендә ул 40 процентҡа кәмене.

“Һаулыҡ һаҡлау”милли проектын тормошҡа ашырыуға 2019 йылдан 2024 йылға тиклем 33,4 миллиард һум йүнәлтелде, шул иҫәптән, 21,9 миллиард һумы– федераль бюджеттан. Биш йыл эсендә 23 һаулыҡ һаҡлау объекты сафҡа индерелгән, 99-ы капиталь ремонтланған. Медицина ойошмаларына 12184 берәмек медицина ҡорамалы һәм 481 санитар автомобиле тапшырылған.Санитар авиация ярҙамында 682 пациент эвакуацияланған.

Тәүге звеноны яңыртыуға ҙур иғтибар бирелгән, кадрҙар менән тәьмин итеү, онкология һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш, тармаҡты һанлаштырыу мәсьәләләре көн үҙәгендә булған. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект "Здравоохранение") 54 күрһәткес буйынса ҡаҙаныштарға өлгәшеүҙе бурыс итеп ҡуйған.

Милли проекттың бер программаһы тармаҡты кадрҙар менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Башҡортостанда “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры”, “Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар”, ”Етешмәгән белгеслектәр” программалары тормошҡа ашырылды. Ауылдарға һәм халҡы 50 меңгә тиклем булған ҡалаларға 2012 йылдан килгән табиптар өсөн программа эшләне. Ошо программалар 1861 медицина хеҙмәткәрен эшкә йәлеп итергә ярҙам итте.

Бынан тыш, юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү һәм уларҙы эшкә урынлаштырыу буйынса маҡсатлы уҡыу тураһында килешеүҙәр төҙөлдө, бюджет иҫәбенә медицина колледждарына ҡабул ителеүселәр һаны арттырылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Нефтекамала, Учалыла, Октябрьскийҙа һәм Мәсәғүттә медицина колледждарының филиалдары асылды.

Рәсәй Хөкүмәтенең аналитик үҙәге оператив мониторингы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республика 2024 йыл һөҙөмтәһе буйынса “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының бурыстарын 100 процентҡа үтәгән һәм ил төбәктәре араһында алдынғылыҡты тота. Айырыуса дүрт төбәк проекты “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк”, “БР-ҙың санитар авиацияһы”, “Онкология сирҙәре менән көрәш”, “БР балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү”практикалары яҡшы яҡтан билдәләнгән.

Сығанаҡ, фото: https://pravitelstvorb.ru/news/26099/

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас