Башҡортостанда алты йыл эсендә “Демография” милли проектын (национальный проект “Демография”) тормошҡа ашырыуға 40 миллиард һум аҡса бүленгән.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә уҙғарылған төбәк Хөкүмәте ултырышында милли проекттар, шул иҫәптән “Демография” милли проекты буйынса һөҙөмтәләр барланды. 2018 йылдан 2024 йылға тиклем был проект сиктәрендә 50 балалар баҡсаһы, өс спорт ҡоролмаһы файҙаланыуға тапшырылды.
- Һуңғы алты йыл эсендә “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыуға Башҡортостанда 40 миллиард һум тирәһе аҡса бүленде. Уның 32 миллиардҡа яҡыны – федераль аҡса. Төп саралар араһында бала тыуыу менән бәйле түләүҙәр, мәшғүллекте тәьмин итеү, балалар баҡсалары төҙөү, өлкән йәштәге граждандарға ярҙам итеү, спортты үҫтереү бар. Башҡортостан был милли проектты уңышлы тамамланы, барлыҡ күрһәткестәрҙе лә юғары кимәлдә үтәне. Балалар баҡсаларының әүҙем төҙөлөшө арҡаһында 2020 йылда уҡ уларға сират бөтөрөлдө, – тине Андрей Назаров.
“Демография” милли проектын тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәләре тураһында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Руслан Хәбибов та һөйләне.
- “Демография” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда биш төбәк проекты тормошҡа ашырылды: “Балалар тыуғанда ғаиләләргә финанс ярҙам күрһәтеү”, “Мәшғүллектә ярҙам”, “Өлкән быуын”, “Йәмәғәт һаулығын нығытыу”, “Спорт – йәшәү нормаһы”. “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проектын тормошҡа ашырыуға өс миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде, – тине Руслан Хәбибов.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенән.