Милли проекттар
14 Февраль 2025, 03:30

Медицина пункты оҙаҡламай ишектәрен асасаҡ

Мөһим объект Үрге Ыласынтау, Түбәнге Ыласынтау һәм Яңы Байыш ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк

Медицина пункты оҙаҡламай ишектәрен асасаҡМедицина пункты оҙаҡламай ишектәрен асасаҡ
Медицина пункты оҙаҡламай ишектәрен асасаҡ

 Бөрө районының Үрге Ыласынтау ауылында, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын монтажлау дауам итә.

 Яңы бина заманса талаптарға һәм стандарттарға яуап бирәсәк. Мөһим объект Үрге Ыласынтау, Түбәнге Ыласынтау һәм Яңы Байыш ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк, бөтәһе – 210 кеше.

–Фельдшер-акушерлыҡ пункты ишектәрен асыу менән пациенттар матур һәм иркен бинаға килеп, сифатлы медицина ярҙамы аласаҡ, – тине Рузидә Басимова.

Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.


Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас