Быйыл Башҡортостанда Ҡала мөхитен уңайлы итеү буйынса иң яҡшы проекттарға Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡан биш проектты тормошҡа ашырыу башлана. Бының өсөн федераль сығанаҡтан бүленгән дөйөм сумма – 1,6 миллиард һум.
Был эш ”Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярҙамында тормошҡа ашырыла һәм түбәндәге проекттарға йүнәлтелә:
“Новаторҙар бульвары” – Бәләбәй ҡалаһындағы бульварҙы һәм майҙанды кеше тормошо һәм үҫеше, ҡаланың сәнәғәт тарихы метафораһына әйләндереү.
“Нефтекама: заман күсәре” – Ленин урамындағы аллеяны ҡала үҫешенә арнап үҙгәртеү.
“Йәкшәмбе рәттәре” – Благовещен ҡалаһында тарихи ҡиммәттәрҙе, визуаль образдарҙы үҙ эсенә алған уңайлы һәм заманса урам булдырыу.
“Салауат: өн аша ете төш” – Салауат ҡалаһының үҙәк йәмәғәт киңлектәрен берләштереү.
“Урал батыр юлы” – Учалы ҡалаһы паркында ваҡиғалар биләмәһен яңыртыу, спорт майҙансыҡтары өҫтәү, балалар уйыны майҙанын тулыһынса үҙгәртеү.
Фото: “Башинформ”.