Милли проекттар
17 Февраля 2025, 03:30

Аралашыу шатлығын кисерҙеләр

Тәтешле районында күсмә күп функциялы мәҙәни үҙәк ойошторған концерт үтте. 

Аралашыу шатлығын кисерҙеләрАралашыу шатлығын кисерҙеләр
Аралашыу шатлығын кисерҙеләр

2025 йылдың 13 февралендә Башҡортостандың Тәтешле районы Яңы Соҡор ауылында “Ғаилә” милли проектының (национальный проект “Семья”) “Ғаилә ҡиммәттәре” төбәк проекты маҡсаттарына ярашлы күсмә күп функциялы “Автоклуб” мәҙәни үҙәге менән ойошторолған концерт үтте.

Концерт бригадаһы “Ҡышҡы моңдар” тип аталған күңел асыу программаһы әҙерләгәйне. Ул осрашыуҙың тәүге минуттарында уҡ байрам кәйефе тыуҙырҙы. Сәхнәлә район художество үҙешмәкәрлегенең һәләтле ҡатнашыусылары башҡарыуында моңло йырҙар яңғыраны, ул дуҫлыҡ мөхитен булдырҙы.

Майҙанда ысын күңел асыу ойошторолдо: тамашасылар дуҫтарса уйындарҙа һәм әйлән-бәйләндәрҙә ҡатнашты, ихлас алҡыштар артистарҙы шатландырҙы. Концерт мәҙәни ваҡиға ғына түгел, ә төрлө быуындарҙың аралашыуы һәм яҡынайыуы өсөн мөмкинлек тә булды.

“Беҙҙең ауыл ҙур түгел, йәштәр аҙ, күбеһенсә өлкән быуын кешеләре. Үҙебеҙҙең мәҙәниәт учреждениеһыбыҙ юҡ, элек беҙгә концерттарға күрше ауылдарға йөрөргә тура килә торғайны. Хәҙер сәләмәтлек арҡаһында ошондай сәфәрҙәргә бик бара алмағас, бында яратҡан музыкабыҙҙы ишетергә мөмкинлегебеҙ булыуына бик шатбыҙ. Был концерт ҡына түгел, ә аралашыу шатлығы, беҙ артистарҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ”, - тип билдәләне ауылда йәшәгән Йәһүҙә Ғабдрахманова.

Фото: Тәтешле районы хакимиәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас