Хәйбулла районының Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектына (национальный проект «Продолжительная и активная жизнь») ярашлы, операция өҫтәле килтерелде. Был программа һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү системаһы үҫеше, медицина ойошмаларын ҡорамалдар менән тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итеүҙе дауам итә, тип хәбәр итте Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Аҡъярҙың медицина хеҙмәткәрҙәре яңы өҫтәлдең өҫтөнлөктәрен юғары баһаланы. “Беҙҙең хирургтар өсөн заманса әмәлиәттәр өҫтәле операциялар эшләү, операциянан һуң ҡарау өсөн яҡшы. Ул табиптың һәр ҡарарын ышаныслыраҡ итә һәм пациент өсөн уңайлы”, - ти Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Вилнур Һәүбәнов.
Яңы операция өҫтәле ныҡлы, пациент өсөн уңайлы матрас менән тәьмин ителгән, эргәһендәге өҫтәл әмәлиәт өсөн кәрәкле инструменттар, кәрәк-яраҡтар һалыу өсөн уңайлы.
Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.