Милли проекттар
18 Февраль 2025, 04:30

Быйылдан ҡорамалдарҙы милли проект буйынса алалар

Аҡъяр ауылындағы дауаханаға күсмә рентген-аппарат килтерелде.

Быйылдан ҡорамалдарҙы милли проект буйынса алаларБыйылдан ҡорамалдарҙы милли проект буйынса алалар
Быйылдан ҡорамалдарҙы милли проект буйынса алалар

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылындағы дауаханаға “РЕНЕКС” күсмә рентген-аппарат килтерелде. Был прибор дауахана палаталарында һәм башҡа махсуслашмаған биналарҙа рентгенография тикшереүҙәрен үткәреү өсөн кәрәк. Быйылдан медицина ойошмалары яңы техниканы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты буйынса ала.

«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) милли проектының төп маҡсаты— граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Фото: “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радио компанияһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас