Милли проекттар
19 Февраль 2025, 03:30

Аҙыҡ ташыу селтәре үҫешә

Дәүләт ярҙамы арҡаһында был тармаҡҡа яңы мөмкинлектәр асыла.

Аҙыҡ ташыу селтәре үҫешәАҙыҡ ташыу селтәре үҫешә
Аҙыҡ ташыу селтәре үҫешә

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың микрокредит компанияһы тарафынан бирелгән заем аҡсаһына өс миллион һумлыҡ фудтрак алынған. Бизнесҡа ярҙам итеү “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы (национальный проект “Эффективная и  конкурентная экономика”) башҡарыла.

- Микрофинанслау эшҡыуарлыҡ башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн киң мөмкинлектәр аса. Башҡортостандың микрокредит компанияһы үтә күренмәле эшмәкәрлек алып бара, уңайлы шарттар тәҡдим итә. Был иһә түбән процент ставкалары, займды оператив рәсмиләштереү, килешеүҙәрҙең легаллеге, - ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Был ярҙам FARFOR селтәренә һатыу күләмен арттырырға ғына түгел, хеҙмәтләндереүҙең дә яңы форматын булдырырға ярҙам итә.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас