Яңы йылдан эш башлаған “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, медицина учреждениеларын ҡорамалдар менән тәьмин итеү дауам итә. Языков үҙәк район дауаханаһына яңы ҡорамалдар – ике заманса хирургик электрокоагулятор алынды. Улар булышлығында гинекология һәм хирургия профилдәре буйынса медицина ярҙамы күрһәтелә.
Ҡорамал биологик туҡымаға юғары йышлыҡлы электр тогы менән тәьҫир итә. Уның ярҙамында хирургик киҫемдәрҙе бер юлы көйҙөрөп дауалау ҡулланыла, был ваҡ ҡан тамырҙарынан ҡан ағыуын кәметә һәм уны туҡтата.
–Ҡорамал пациенттың ҡан юғалтыуын кәметергә ярҙам итә, тимәк, уның операция өҫтәлендә ятыу ваҡытын кәметә. Амбулатор шарттарҙа был ҡорамал ярҙамында аҙ тишемле операциялар үткәрелә, – тине табип-онколог Аркадий Крузман.
Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.