Милли проекттар
19 Февраль 2025, 06:30

“Экология” милли проектына йомғаҡ яһалды

Алты йылда 93 мең гектарға яҡын майҙанда урман тергеҙелгән. Шулай уҡ 20 тонна урман үҫентеләре орлоғо тупланған.

“Экология” милли проектына йомғаҡ яһалды“Экология” милли проектына йомғаҡ яһалды
“Экология” милли проектына йомғаҡ яһалды

Башҡортостан Республикаһында алты йыл буйы «Экология» милли проекты (национальный проект “Экология”) сараларын тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһалды. Был хаҡта республика Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

“Экология” милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты алдында торған төп бурыс – урмандарҙы ҡырҡыу һәм яңынан ағас ултыртыу нисбәтен 100 процентҡа еткереү ине. 2024 йыл аҙағына был күрһәткескә өлгәшелгән. Алты йылда 93 мең гектарға яҡын майҙанда урман тергеҙелгән. Шулай уҡ 20 тонна урман үҫентеләре орлоғо тупланған.

Милли проектты тормошҡа ашырыу барышында урман хужалығы эштәрен башҡарыу өсөн бөтәһе 300-ҙән ашыу техника берәмеге, ҡорамал һәм кәрәк-яраҡ һатып алынған. Тағы ла республика 400 берәмек самаһы урман янғындарын һүндереүгә тәғәйенләнгән техника менән тәьмин ителгән. Хәҙер Башҡортостан урман ҡорамалдары менән тулыһынса йыһазландырылған.

"Экология" милли проекты 2019–2024 йылдарҙа тормошҡа ашырылды. Ул ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса яҡшы һөҙөмтәләрҙе арттырыуға, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә һауаның бысраныу кимәлен ҡырҡа кәметеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең үҙенсәлекле флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгәйне. Быйылдан алып, дәүләтебеҙ Президенты В.В.  Путиндың указы буйынса, Рәсәйҙә яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла башланы.

Фото: БР Урман хужалығы министрлығының рәсми төркөмөнән.

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас