Милли проекттар
19 Февраль 2025, 02:30

Көнбағыш шроты сит илдәргә оҙатылған

Йыл башынан Шишмә һәм Мәләүез райондарының май экстракцияһы предприятиелары Евросоюз илдәренә 12,44 мең тонна грануллы көнбағыш шроты оҙатҡан.

Көнбағыш шроты сит илдәргә оҙатылғанКөнбағыш шроты сит илдәргә оҙатылған
Көнбағыш шроты сит илдәргә оҙатылған

Был хаҡта “Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итә. Республиканың агросәнәғәт комплексы продукцияһы сит илгә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсаттарына ярашлы оҙатыла.

Малға һәм ҡош-ҡортҡа аҙыҡҡа тәғәйенләнгән юғары протеинлы мал аҙығы өҫтәмәһе өлгөләре “Россельхознадзор” ҡарамағындағы һынау лабораторияһында тикшерелде. Көнбағыш орлоҡтарынан үҫемлек майы етештереү продукцияһы өлгөләренә энтомологик һәм гербологик экспертиза ла үткәрелгән.

“Грануллы шрот өлгөләрендә хәүефле карантин организмдары асыҡланмаған. Бөтә продукция импортер илдәр – Германия һәм Латвия талаптарына тап килә”, – тип билдәләйҙәр күҙәтеү ведомствоһында.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас