Языков район дауаханаһында, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош “ милли проектына ярашлы, “Медиком-комби” комплексы алынды. Был ҡорамал тәүлек әйләнәһенә ЭКГ процедураһын үткәрә һәм артериаль баҫымды күҙәтә.
Шулай итеп, комплекс йөрәк торошон тәүлек әйләнәһенә тикшерәсәк. Уның ярҙамында электрокардиограмма алына, ҡан баҫымы тикшерелә, тын алыу функциялары һәм ҡандағы кислород кимәле асыҡлана.
Табип ғәҙәттәге ЭКГ тикшереүенә ҡарағанда күберәк мәғлүмәт ала. Комплекс ҡан әйләнешендәге проблемаларҙы асыҡларға ярҙам итә, йөрәк ритмы йышлығын баһалай. Был тикшереү диагноз ҡуйыуға һәм дауалау планына йоғонто яһай.
Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Яңы милли проект Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса 2025 йыл башынан тормошҡа ашырыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.