Шаран районының Мишәр ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башланы. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булған. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты урындағы халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бында 130 кеше, шул иҫәптән 36 бала хеҙмәтләндерелә.
Белеүебеҙсә, “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектының төп маҡсаты – Рәсәйҙә йәшәүсе кешеләрҙең ғүмер оҙайлылығын арттырыу. 2030 йылға был күрһәткесте – 78, 2036 йылда 81 йәшкә тиклем арттырыу бурысы ҡуйылған. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла.
Был яңыртылған милли проекттар быйылдан ил Президенты ҡарары буйынса ғәмәлгә ашырыла.
Фото, сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.