Хәҙер урындағы халыҡ тағы күберәк спорт менән шөғөлләнә ала. Был “Физик культура һәм спорт үҫеше” дәүләт программаһы талаптарына яуап бирә, тип хәбәр иттеләр Ҡыйғы районы хакимиәтенән.
“Ҡыйғыр” саңғы базаһында күптәр спорт менән шөғөлләнә аласаҡ. Базала сисенеп кейенеү, ял итеү һәм сәй эсеү өсөн урындар бар. Бында шулай уҡ электр уты үткәрелгән. Һөнәри спортсылар күнекмәләр үткәрә. Хәҙер базала төрлө кимәлдәге ярыштар ойоштороп була.
“Был проектты тормошҡа ашырыуҙа аташҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ. Саңғы спортын яратыусыларҙың барыһы ла базала әүҙем шөғөлләнер, тип ышанабыҙ. Спорт ҡаҙаныштарына һәм һаулыҡҡа тулы булған киләсәкте үҙебеҙ булдырабыҙ”, - тине Ҡыйғы районы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Вадим Хажиев.
“Физик культура һәм спорт үҫеше” дәүләт программаһы (государственная программа “Развитие физической культуры и спорта”) физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу, күмәк кеше ҡатнашҡан спортты популярлаштырыу, Рәсәйҙә йәшәүселәр тормошо сифатын яҡшыртыу өсөн барлыҡҡа килгән. Илдә был тармаҡ инфраструктураһы киңәйтелә, күп кеше ҡатнашҡан саралар үткәрелә, “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура һәм спорт комплексы тормошҡа ашырыла, балаларға күнекмәләр өсөн яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килә. Программа Рәсәй Президенты Ҡарары менән 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Был саралар "Оҙайлы әүҙем тормош" милли проекты (нацпроект "Продолжительная и активная жизнь") талаптарына тура килә.
Сығанаҡ, фото: Ҡыйғы районы хакимиәте.