Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сара “Бизнес өсөн мөхит“ проекты сиктәрендә ойошторолған. Унда 80-дән ашыу кеше – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары, үҙмәшғүлдәр һәм физик шәхестәр ҡатнашҡан.
– 2025 йылдың 5 февраленән креатив индустриялар тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде. Ул иҡтисадтың ошо секторын таныуҙа һәм уға ярҙам итеүҙә мөһим аҙым, — тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. – Ижади индустриялар сәнғәт, дизайн, музыка, мода, кино һәм башҡа ижади йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала. Республикабыҙҙа “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад“ милли проекты сиктәрендә ошо йүнәлеште үҫтереү өсөн ярҙам саралары тормошҡа ашырыла.
Осрашыу эксперттары төбәктең социаль һәм ижади эшҡыуарҙары өсөн көнүҙәк йүнәлештәрҙе һәм дәүләт ярҙамы сараларын тикшергән.
– Әлеге ваҡытта эшҡыуарлыҡ грамоталылығын күтәреү өсөн уҡытыу сараларына ихтыяж барлығын күрәбеҙ. Ошо маҡсатта ағымдағы йылда Үҙәк тарафынан бер нисә проект тормошҡа ашырыла, – тине “Минең бизнесым“ үҙәге етәксеһе Аида Сәлимова.
Гарантия фонды етәксеһе Алексей Лазарев, үҙ сиратында, поручителдәр биреү буйынса уңыштары менән уртаҡлашты. Улар 2,2 миллиард һум тәшкил иткән.
Билдәле булыуынса, “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад“ (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: gtrk.tv