

Башҡортостанда “Һанлы иҡтисад” милли проектын (национальный проект “Цифровая экономика”) тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһалды, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
– “Һанлы иҡтисад" милли программаһы буйынса дөйөм финанслау күләме 220 миллион һум тәшкил итте. Рәсәйҙең Һанлы үҫеш министрлығы менән «Башинформсвязь» компанияһы араһындағы килешеүгә ярашлы, социаль әһәмиәтле объекттарҙы интернет селтәренә тоташтырыуға ике миллиард һум йәлеп ителде, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
– Аҡсаның төп өлөшө социаль әһәмиәтле объекттарҙа элемтә инфраструктураһын үҫтереүгә йүнәлтелде. Был, һис шикһеҙ, дәүләт һәм республика сәйәсәтенең халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән социаль йүнәлешен сағылдыра, – тине республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Бынан тыш, 8,5 миллион һум – ведомство-ара электрон хеҙмәттәшлек системаһын үҫтереүгә, 6,5 миллион һум – үҙ-ара эш итеүҙә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн телекоммуникация инфраструктураһын булдырыуға, электрон ғаризалар ҡабул итеүгә һәм мировой судтар ултырышын видеоконференция тәртибендә уҙғарыуға йүнәлтелгән. Белем биреү ойошмаларында ИТ-инфраструктура булдырыуға 200 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Быйылдан “Һанлы иҡтисад” милли проектының дауамы булып торған “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформацияһы” милли проектын (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) ғәмәлгә ашырыу башланды.
Мәғлүмәт: pravitelstvorb.ru