Башҡортостан Республикаһында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан “Рәсәй саңғы юлы” ярышы уҙҙы. Сара “Физик культураны һәм спортты үҫтереү” дәүләт программаһы (государственная программа “Развитие физической культуры и спорта”) сиктәрендә үтте.
Быйыл Нефтекама ҡалаһы “Рәсәй саңғы юлы-2025” ярышының төп майҙансығына әйләнде. Стартҡа 2800 саңғысы сыҡты, улар араһында һәүәҫкәрҙәр, балалар һәм ветерандар бар ине, уларҙың иң өлкәне – 76 йәшлек спортсы, ул 1966 йылдан алып ҡатнаша. Профессионалдар өсөн 5 километр араға ярыш ойошторолдо, ә һәүәҫкәрҙәр үҙ көсөн 2 километрға һынап ҡарай алды.
Сара байрамса мөхиттә үтте: музыка яңғыраны, ҡала коллективтары сығыш яһаны, балалар өсөн күңелле уйындар ойошторолдо. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа палаткаларҙа йылына, кейенеп-сисенә, ҡайнар сәйҙән һәм һалдат бутҡаһынан ауыҙ итә алды.
“Рәсәйҙең саңғы юлы”ның старттары 40 йылдан ашыу кешеләрҙе спорт менән шөғөлләнеүгә һәм әүҙем йәшәү рәүешенә илһамландырып, берләштерә. Һәр ҡатнашыусы ҙур спорт ғаиләһенең бер өлөшөнә әүерелде, был республикабыҙҙа күмәк спортты үҫтереү өсөн бик мөһим, тип ышанабыҙ”, - тип билдәләне Башҡортостан Спорт министрлығының бүлек етәксеһе Андрей Григорьев.
Фото: Спорт министрлығы.