Милли проекттар
19 Февраль 2025, 04:15

Салауат мәктәптәрендә ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үтте

Уҡыусылар яугир-интернационалистарҙың тарихын ҡыҙыҡһынып тыңланы, һорауҙар бирҙе, шиғырҙар уҡыны һәм патриотик йыр башҡарҙы.

Салауат мәктәптәрендә ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үттеСалауат мәктәптәрендә ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үтте
Салауат мәктәптәрендә ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үтте

2025 йылдың 14 февралендә “Йәштәр һәм балалар” милли проектының (национальный проект “Молодежь и дети”) “Беҙ бергә” федераль проекты маҡсаттарына ярашлы Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән рәсәйҙәрҙе иҫкә алыу көнө алдынан Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһы мәктәптәрендә яугир-интернационалистар, Афғанстан һуғышында ҡатнашыусылар менән осрашыуҙар үтте.

Дөйөм белем биреү ойошмаларының 8-9 класс уҡыусылары Рәсәй Геройы Владимир Трубанов исемендәге “Хәрби туғанлыҡ” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ветерандарын ҡаршы алды. Яугир-интернационалистар хеҙмәт, хәрби туғанлыҡ һәм урындағы халыҡ менән мөнәсәбәттәр тураһында үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты. Улар тыныслыҡты, Тыуған илгә һөйөүҙе һаҡлауҙың һәм уны лайыҡлы яҡлаусы булырға әҙер булыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сарала ҡатнашыусылар һәләк булған геройҙарҙы, шулай уҡ фажиғәле ваҡиғаларҙа ҡатнашыусыларҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Уҡыусылар яугир-интернационалистарҙың тарихын ҡыҙыҡһынып тыңланы, һорауҙар бирҙе, шиғырҙар уҡыны һәм патриотик йыр башҡарҙы. Осрашыу йылы һәм дуҫтарса атмосферала үтте, ҡатнашыусыларҙың барыһында ла сағыу тәьҫораттар ҡалдырҙы.

“Рәсәйҙең ысын патриоттарының батырлыҡтары тураһында иҫтәлек баһалап бөткөһөҙ. Йәш быуындың Ватан тарихын, Рәсәй һалдаттарының батырлығы тураһында дөрөҫлөктө һәм тыныслыҡ өсөн беҙ түләгән хаҡты белеүе мөһим. Бындай осрашыуҙар йәштәр араһында илһөйәрлек тәрбиәләүгә булышлыҡ итә, тарихи хәтерҙе һаҡлап ҡалырға һәм уны яңы быуынға тапшырырға ярҙам итә”, - тип билдәләне Салауат ҡалаһының 15-се мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Әнисә Рафиҡова.

Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте. 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас