Милли проекттар
19 Февраль 2025, 08:25

Йәшәгән урында ла дауаланып була

Амбулатор онкология ярҙамы үҙәктәрендә 2019 йылдан алып 905 меңдән ашыу пациент дауаланған.

Йәшәгән урында ла дауаланып булаЙәшәгән урында ла дауаланып була
Йәшәгән урында ла дауаланып була

Башҡортостанда ваҡытында диагностика  үткәреү һәм тейешле дауа алыу өсөн пациенттарға “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының  “Онкология ауырыуҙары менән көрәш” программаһы базаһында төҙөлгән 13 профилле медицина ойошмалары ярҙам итә. Амбулатор онкология ярҙамы үҙәктәрендә 2019 йылдан алып 905 меңдән ашыу пациент булған. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.

Был үҙәктәр амбулатор шарттарҙа онкология профилендәге пациенттарға тәүге махсуслаштырылған медик-санитар ярҙам күрһәтә. Хәҙер алыҫ райондарҙа йәшәүселәргә Өфөгә килеүҙең кәрәге юҡ, тикшереүҙәрҙе һәм химия терапияһын урында үтергә мөмкин. Йыл һайын үҙәктәрҙә дүрт меңдән ашыу яман шеш осраҡтары асыҡлана, шуларҙың 60 проценты иртә стадияла. 2024 йылдан алып көндөҙгө стационар шарттарында  шештәргә ҡаршы  дарыуҙар терапияһын да  үткәрә башланылар.  Бер йылда 2601 пациент терапиянан файҙаланды.

Йыл һайын үҙәктәргә мөрәжәғәттәр арта  ғына. Былтыр үҙәккә пациенттар 225мең тапҡыр килгән.

Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса  яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан эш башланы.

 Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас