Милли проекттар
20 Февраль 2025, 05:45

15 ил беҙҙең игенде алған

Республика аграрийҙары 30 мең тонна иген һәм унан эшкәртелгән тауарын экспортҡа сығарған.  

15 ил беҙҙең игенде алған15 ил беҙҙең игенде алған
15 ил беҙҙең игенде алған

Быйыл  9 – 31 ғинуарҙа Башҡортостан аграрийҙары донъяның 15 иленә 30 мең тоннанан ашыу иген һәм унан эшкәртелгән тауарҙын экспортлаған.

Улар араһында  – Азербайжан, Беларусь, Бельгия, Германия, Һиндостан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Латвия, Монголия, Польша, Төркмәнстан, Төркиә, Үзбәкстан, Швейцария, тип хәбәр иттеләр Россельхознадзорҙың төбәк буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән. Башҡортостан тауарын сит илгә оҙатыуҙы арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) бурыстарының береһе булып тора.

Ғинуарҙа республиканан 8,4 мең тоннанан ашыу етен, 2,25 мең тонна арпа, 1,95 мең тонна рапс, 1,12 мең тонна гәрсис, 0,35 мең тонна сафлор, 0,22 мең тонна кәрешкә оҙатылды.

“Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында экспорт йөгөнөң бөтә партияларын тулы күләмдә һынап ҡаранылар. Хәүефле карантин организмдары һәм иген запастары ҡоротҡостары экспертизаһы һөҙөмтәләре буйынса асыҡланмаған. Тауар импортлаусы илдәрҙең талаптарына тап килә”, - тип билдәләнеләр Россельхознадзор идаралығында.

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас