Башҡортостанда һуңғы алты йылда “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) сиктәрендә тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология өлкәһендә етди эш башҡарылды. Башҡортостан Республикаһы төп һөҙөмтәләргә өлгәште. Был хаҡта төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр иттеләр.
2019 йылдан “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” проекты сиктәрендә ҡалдыҡтар туплау өсөн урындар дүрт тапҡырға арттырылған һәм контейнерҙар менән йыһазландырыла, шул иҫәптән ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн. Был маҡсатҡа 180 миллион һумдан ашыу федераль саралар йәлеп ителгән. 2021–2022 йылдарҙа сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн 12,7 мең самаһы контейнер һатып алынған.
– Алты йыл элек кенә төбәктә яҡшы контейнерҙар һәм сүп-сар майҙансыҡтары булманы. Беҙ буш урындан эш башланыҡ: контейнерҙар менән йыһазландырылған, шул иҫәптән айырым туплау өсөн ҡалдыҡтар туплау урындарын булдырҙыҡ, сүп-сар ташыусы машиналар паркын яңырттыҡ, халыҡты сүп-сар сығарыу хеҙмәте менән тулыһынса ҡаплауҙы һәм уны ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигондарына сығарыуҙы фото һәм видеотеркәүҙе тәьмин иттек. Үҙ биләмәләрендә медицина ҡалдыҡтарын үҙәкләштерелгән зарарһыҙландырыу системаһын индереү буйынса илдә беренсе булдыҡ. Ябыҡ цикллы иҡтисадҡа күсеү буйынса эш башланыҡ. Һүҙ, атап әйткәндә, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм утилләштереүҙең яңы объекттарын булдырыу, ресурстарҙы һаҡлау технологияларын индереү һәм икенсел әйләнешкә сәнәғәт ҡалдыҡтарын һәм икенсел сығанаҡтарҙы йәлеп итеү хаҡында бара, – тип билдәләне Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.
Йыл һайын республикала халыҡ бер миллион тоннаға яҡын ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар тәшкил итә. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм күмеү буйынса ҡеүәттәрҙең территориаль дисбалансын бөтөрөргә мөмкинлек биргән комплекслы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү объекттары проекттарын тормошҡа ашырыусы эре инвесторҙарҙы йәлеп итеү мөмкин булды.
Рәмилә МУСИНА фотоһы.