Милли проекттар
20 Февраль 2025, 06:15

Беҙҙең ауыл хужалығы тауарҙары сит ил баҙарын яулай

Башҡортостанда алты йыл эсендә ауыл хужалығы продукцияһы экспорты өс тапҡырға тиерлек артҡан.

Беҙҙең ауыл хужалығы тауарҙары сит ил баҙарын яулайБеҙҙең ауыл хужалығы тауарҙары сит ил баҙарын яулай
Беҙҙең ауыл хужалығы тауарҙары сит ил баҙарын яулай

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы тауарын етештереүселәр “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыуҙың алты йылында сит илгә оҙатыуҙы 2,8 тапҡырға арттырҙы (финанс йәһәтенән). Был хаҡта Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. Милли проект сиктәрендә ватан тауарын сит ил баҙарына сығарыу алдағы алты йылда ла дауам итәсәк.

2019 йылда республиканың агросәнәғәт комплексында экспорт күләме 1 112,6 миллионға 330,9 мең тонна тәшкил итә, ә 2024 йылда күрһәткестәр иһә 320,9 миллионға 620 мең тоннаға тиклем арта.

Башҡортостан донъяның 41 иленән уҙаҡташтары менән әүҙем тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеген дауам итә. Был БДБ илдәре (Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Әзербайжан, Төркмәнстан, Беларусь) генә түгел, Ҡытай, Һиндостан, Иран, Ираҡ, Алжир һәм башҡалар. Элекке кеүек үк, экспорт структураһында байтаҡ өлөшө май тауарын (68 проценттан ашыу) тәьмин итеүгә тура килә, яҡынса 14 процентын аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте продукцияһы һәм ете проценттан ашыуын иген культуралары тәшкил итә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2030 йылға экспортты 2021 йыл менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға арттырыу бурысын ҡуйҙы. Амбициоз маҡсаттарға өлгәшеү өсөн алдағы алты йылға экспорт стратегияһын әҙерләү буйынса эш алып барыла, унда өҫтөнлөклө тауарҙар һәм тәьмин итеү илдәре, маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү буйынса пландар билдәләнәсәк. Документ менән 2025 йылдың 18 – 21 мартында Өфөлә үтәсәк 35-се “Агрокомплекс” халыҡ-ара күргәҙмәһендә таныштырыу күҙаллана.

– Бөгөн аграрийҙар Башҡортостанды бөтә төп аҙыҡ-түлек тауары менән тәьмин итеүҙән тыш, яңы сит ил баҙарҙарына әүҙем экспорт сығара һәм үҙләштерә. Яңыртылған милли проект ауыл хужалығы тауарын һатыуҙы арттырыуға йүнәлтелгән, 2030 йылға экспортты 6 651,2 млн тиклем арттырырға планлаштырабыҙ, йәғни 2021 йылға ике тапҡырға (2021 йылда – 328 миллион доллар), – тип билдәләне республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас