Милли проекттар
20 Февраль 2025, 07:25

Эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн

Дәүләт гарантияһы бизнесты үҫтерергә булышлыҡ итә.

Эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөнЭшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн
Эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн

Башҡортостандың Гарантия фонды поручителлеге Туймазы ҡалаһынан “Велес” мебель фабрикаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә әйләнеш аҡсаһын тулылыландырыуға 30 миллион һум  йәлеп итергә ярҙам итте. Күрһәтелгән поручителлек күләме 15 миллион һум тәшкил итә. Был турала төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә. Әлеге  саралар "Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" милли проектына ярашлы (национальный проект "Эффективная и конкурентная экономика") башҡарыла.

 – Башҡортостандың Гарантия фонды урындағы эшҡыуарҙарға ныҡлы ярҙам итә. Дәүләт гарантияһы арҡаһында компаниялар үҙҙәренең операцияларын киңәйтә, яңы технологиялар индерә, хеҙмәттәр һәм продукцияның сифатын яҡшырта, яңы эш урындары булдыра. Был иһә төбәктәге социаль-мҡтисади хәлде яҡшыртырға булышлыҡ итә, - ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

“Велес” фабрикаһы 20 йыллап эшләп килә һәм Башҡортостанда алдынғы мебель етештереүсе булып тора, ул  сертификатлы продукция тәҡдим итә. Фабрика заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, үҙенең проект-конструктор бүлеге бар, Рәсәй буйынса 80 магазины иҫәпләнә.

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. 

Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас