Ҡариҙел районының Шамрат ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла. Яңы медицина ойошмаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин була. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр иттеләр.
Бина күтәрелгән, әле белгестәр инженер селтәрҙәрен үткәреү менән шөғөлләнә. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты яңы заман талаптарына тура килә. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Медицина пунктында 226 кеше хеҙмәтләндереләсәк, уларҙың 56-ы – балалар.
Белеүебеҙсә, “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектының төп маҡсаты – Рәсәйҙә йәшәүсе кешеләрҙең ғүмер оҙайлылығын арттырыу. 2030 йылға был күрһәткесте – 78, 2036 йылда 81 йәшкә тиклем арттырыу бурысы ҡуйылған. Был яңыртылған милли проекттар быйылдан ил Президенты ҡарары буйынса ғәмәлгә ашырыла.
Фото, сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.