Милли проекттар
20 Февраль 2025, 13:40

Яугир ҡатындары эшҡыуарлыҡ серҙәренә төшөндө

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 50 яугирҙең ҡатыны “Үҙемдең ҡатын-ҡыҙ бизнесым” проектын тамамланы.

Яугир ҡатындары эшҡыуарлыҡ серҙәренә төшөндөЯугир ҡатындары эшҡыуарлыҡ серҙәренә төшөндө
Яугир ҡатындары эшҡыуарлыҡ серҙәренә төшөндө

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 50 яугирҙең ҡатыны бушлай “Үҙемдең ҡатын-ҡыҙ бизнесым” программаһын тамамланы, тип хәбәр иттеләр төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан. Ул “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) ярҙамында тормошҡа ашырыла.

2024 йылдың декабрендә старт алған проект ике ай дауам итте һәм бизнес алып барыу күнекмәләрен үҫтереүгә, шулай уҡ республика йәштәр психология үҙәге белгестәренән психологик ярҙам һәм реабилитациялауға йүнәлтелде. Проектты тормошҡа ашырыу Башҡортостан Республикаһы Башлығы фонды ярҙамында мөмкин булды.

Программа сиктәрендә 168 сәғәт белем биреү саралары үтә, унда бизнес алып барыуҙың төрлө аспекттары буйынса 13 эксперт ҡатнаша. Шулай уҡ республика йәштәр психология үҙәгендә психологтар менән 100 сәғәттән ашыу шәхси консультациялар ойошторолдо.

Проекттың финалына иң перспективалы бизнес-проекттары булған 10 ҡатнашыусы сыға. Ағиҙелдән Айгөл Сафиуллина ҡатын-ҡыҙ кейеме етештереү буйынса проект менән еңеүсе булды. Икенсе урында – Учалы ҡалаһынан Вилә Юлдыбаева, өсөнсөлә – автор биҙәүестәрен эшләүсе Светлана Еремеева һәм гравировкалы әйберҙәр авторы Наҙгөл Михайлова.

Бөтә ҡатнашыусылар ҙа уҡыуын уңышлы тамамлай, сертификаттар һәм иҫтәлекле бүләктәр ала, ә еңеүселәр үҙҙәренең бизнес – идеяларын үҫтереү өсөн өҫтәмә ярҙам ала.

– “Үҙемдең ҡатын-ҡыҙ бизнесым” программаһы ҡатын-ҡыҙҙарҙың уңышлы бизнес алып барыу шарттарын булдырыу өсөн кәрәк һәм уҡытыу, коучинг һәм психологик ярҙам рәүешендә системалы ярҙамды үҙ эсенә ала. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла уңышлы үҫеш теләйем, ә республиканың Министрлығы һәм “Минең бизнесым”   үҙәге “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә һеҙҙең бизнес-идеяларығыҙҙы тормошҡа ашырыуҙа һәр ваҡыт ярҙам күрһәтергә әҙер, – тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Фото: biznestur.bashkortostan.ru

Яугир ҡатындары эшҡыуарлыҡ серҙәренә төшөндө
Яугир ҡатындары эшҡыуарлыҡ серҙәренә төшөндө
Яугир ҡатындары эшҡыуарлыҡ серҙәренә төшөндө
Яугир ҡатындары эшҡыуарлыҡ серҙәренә төшөндө
Яугир ҡатындары эшҡыуарлыҡ серҙәренә төшөндө
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас