Милли проекттар
21 Февраль 2025, 12:30

Йөрәк тибешен тикшерәсәк

 Аппарат пациент йөрәгенең 24 сәғәт эсендәге эшмәкәрлеген тулыһынса күҙ алдына баҫтыра. 

Йөрәк тибешен тикшерәсәкЙөрәк тибешен тикшерәсәк
Йөрәк тибешен тикшерәсәк

Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһы, яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, йөрәк ритмы боҙолоуҙарын асыҡлау өсөн заманса аппарат алды.

Йөрәк ритмын тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү мөһим диагностик процедура, ул табиптарға пациент йөрәгенең 24 сәғәт эсендәге эшмәкәрлеген күҙ алдына баҫтыра. Был ысул йөрәк ритмының төрлө тайпылыштарын асыҡларға һәм йөрәктең ғәҙәттәге шарттарҙа нисек эшләүен асыҡлаясаҡ.

– Алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә табип шәхси дауалау планы төҙөй, йәшәү рәүешен үҙгәртеү буйынса кәңәштәрен бирә, шулай уҡ терапияның һөҙөмтәһен баһалауҙы һорай. Тәүлек әйләнәһенә йөрәк эшмәкәрлеген күҙәтеү аритмия, йөрәк ишемияһы һәм башҡа йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына шик тыуғанда сирҙәрҙе асыҡлауҙа айырыуса ярҙам күрһәтә, – тип билдәләне дауахананың баш табибы Феликс Сакаев.

Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты ( нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас