Милли проекттар
23 Февраль 2025, 04:30

Йәш ғалимдарға иғтибар бүлеү буйынса лидербыҙ

Һуңғы өс йыл эсендә төбәктә, “Фән һәм университеттар” милли проектына ярашлы, 18 йәштәр лабораторияһы асылды.

Йәш ғалимдарға иғтибар бүлеү буйынса лидербыҙЙәш ғалимдарға иғтибар бүлеү буйынса лидербыҙ
Йәш ғалимдарға иғтибар бүлеү буйынса лидербыҙ

Башҡортостан йәш ғалимдарға ярҙам итеү буйынса төбәк саралары рейтингында лидер булып тора. “Башҡортостандың фәнни-мәғариф үҙәге идара итеү компанияһы” хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Республикаһы былтыр йәш ғалимдарға ярҙам итеү буйынса төбәк саралары рейтингында лидер булды. Рейтинг һөҙөмтәләренә бер нисә күрһәткес, шул иҫәптән “Фән һәм университеттар” милли проекты (национальный проект “Наука и университеты”) йоғонто яһаған.

Беренсенән, Башҡортостан 40-тан йәш булған ғалимдары күберәк булған төбәктәр иҫәбенә ингән. Икенсенән, республикала торлаҡ программалары буйынса яҡшы шарттар бар. Бынан тыш, төбәк тикшеренеүҙәргә ярҙам итеү буйынса грант ярҙамы программалары буйынса лидерҙарҙың береһе тип танылды. Һөҙөмтәлә Башҡортостан юғары балға эйә булды.

Башҡортостанда ике меңдән ашыу йәш ғалим бар. Ике йыл эсендә уларҙың 130-ы торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан, 498 кеше стажировка үткән. Һуңғы өс йыл эсендә төбәктә, “Фән һәм университеттар” милли проектына ярашлы, 18 йәштәр лабораторияһы асылды.

Сығанаҡ, фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас