Милли проекттар
24 Февраль 2025, 03:30

Туймазыла информатика уҡытыусыларының семинары үтте

“IT-куб” үҙәктәрендә бындай семинарҙар уҙғарыу - ул педагогтарға тәжрибә уртаҡлашыу, шулай уҡ балаларҙы программалау, робот техникаһы, киберхәүефһеҙлек нигеҙҙәренә өйрәтеү мөмкинлеген биреү. 

Туймазыла информатика уҡытыусыларының семинары үттеТуймазыла информатика уҡытыусыларының семинары үтте
Туймазыла информатика уҡытыусыларының семинары үтте

Башҡортостан Республикаһының Туймазы ҡалаһында информатика уҡытыусыларының “Уҡыусыларҙа һәм педагогик хеҙмәткәрҙәрҙә һанлы компетенциялар булдырыу ресурсы булараҡ IT-куб” темаһы буйынса район семинары үтте. Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы Туймазы ҡалаһының 1-се гимназияһы уҡытыусыларының “Һанлы белем биреү мөхите” федераль проектын ғәмәлгә ашырыуҙы тәьмин итеү өсөн “Мәғариф”федераль милли проекты сиктәрендә алынған ҡорамалдарҙы әүҙем файҙаланыуҙары менән таныштырҙылар.

Семинарҙың практик өлөшөндә 1-се гимназия уҡытыусылары “Робот техникаһының проект эшмәкәрлеге: идеянан алып тормошҡа ашырғанға тиклем”, “Yava телендә программалау”, “Анимациялы открытка булдырыу”, “Белем биреү процесында интерактив панелде ҡулланыу”, “Шахмат уйнарға өйрәтеү аша балаларҙың интеллектуаль компетентлығын үҫтереү” темалары буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.

– Беҙҙең балаларға һанлы белем биреү буйынса “IT-куб” үҙәктәрендә бындай семинарҙар уҙғарыу - ул педагогтарға тәжрибә уртаҡлашыу, шулай уҡ балаларҙы программалау, робот техникаһы, киберхәүефһеҙлек нигеҙҙәренә өйрәтеү мөмкинлеген биреү, - тип хәбәр итте район хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Ольга Чернова.

Әлеге ваҡытта "Мәғариф" милли проектын яңы "Йәштәр һәм балалар" милли проекты (национальный проект "Молодежь и дети") дауам итә. Исеме үҙгәрһә лә, уның маҡсаттары шул килеш ҡала һәм арта ғына. 

Фото: Туймазы ҡалаһы хакимиәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас