Башҡортостан Мәскәү һәм Свердловск өлкәләре, шулай уҡ Краснодар крайы менән бер рәттән кеше йәшәмәгән күсемһеҙ милекте файҙаланыуға тапшырыу буйынса лидерҙар иҫәбенә ингән. Был хаҡта “Йәшәү өсөн инфраструктура” (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) проекты буйынса Дәүләт советы комиссияһы ултырышында Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин хәбәр итте. Ултырышта ҡатнашыусылар илдә төҙөлөш тармағын үҫтереүҙең төп йүнәлештәрен тикшерҙе, тип хәбәр итә Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәте.
– 2024 йыл йомғаҡтары буйынса торлаҡ булмаған күсемһеҙ милек төҙөлөшөндә ыңғай үҫеш билдәләнә – 2023 йыл менән сағыштырғанда 7,7 процентҡа күберәк сафҡа индерелгән. Дөйөм күләмдең дүрттән бер өлөшө тиерлек коммерция биналарына тура килә. Торлаҡ булмаған күсемһеҙ милек төҙөлөшө биләмәләрҙең тотороҡло үҫеше өсөн төп шарт булып тора. Заманса торлаҡ төҙөү өсөн үҫешкән инфраструктура, шулай уҡ коммерция, спорт һәм социаль-мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар кәрәк, – тип билдәләне Марат Хөснуллин.
– “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) йомғаҡтары буйынса былтыр Башҡортостанда 726,1 мең квадрат метр майҙанда 719 торлаҡ булмаған күсемһеҙ милек объекты файҙаланыуға тапшырылды, был 2023 йылғы күрһәткестәрҙән өс процентҡа күберәк. Коммерция биналары иң ҙур өлөштө – 348,5 мең квадратты биләй, артабан сәнәғәт биналары килә – 127,5 мең квадрат метр. Төҙөлгән биналарҙың 66 проценты ошо категорияларға тура килә, – тип хәбәр итте республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.
Мәғлүмәт, фото : building.bashkortostan.ru