Милли проекттар
26 Февраль 2025, 04:45

Дүртөйлө районында халыҡ мәшғүллеге үҙәге яңыртылды

“Хеҙмәткәрҙәребеҙгә лә, килеүселәргә лә яҡшы шарттар тыуҙырыуыбыҙ ҡыуандыра. Һәр клиентҡа шәхсән ҡараш өҫтөнлөклө була. Дүртөйлөләрҙе яңыртылған үҙәктә көтәбеҙ”,  - ти район башлығы Риф Йосопов.

Дүртөйлө районында халыҡ мәшғүллеге үҙәге яңыртылдыДүртөйлө районында халыҡ мәшғүллеге үҙәге яңыртылды
Дүртөйлө районында халыҡ мәшғүллеге үҙәге яңыртылды

Дүртөйлө районында Халыҡ мәшғүллеге үҙәге «Демография» милли проекты буйынса яңыртылғандан һуң асылды, тип хәбәр итәләр район хакимиәтенән.

Үҙәкте яңыртыу заманса тышҡы йөҙөн булдырыуға ғына түгел, ә клиенттар үҙәге принцибына нигеҙләнгән эштә яңы алымдар индереүгә лә йүнәлтелгән. Хәҙер унда күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифаты тағы ла юғарыраҡ буласаҡ.

Үҙәк белгестәре беренсе бәйләнеш төҙөлгәндән алып һәм уңышлы эшкә урынлашҡанға тиклем мохтаждарға ярҙам итәсәк. Һәр дәғүә итеүсе шәхсән план аласаҡ. Шуны ла билдәләп китергә кәрәк, карьера консультанттары эш эҙләүҙең һәр этабында ярҙамға мохтаждарҙы оҙатып барасаҡ.

“Хеҙмәткәрҙәребеҙгә лә, килеүселәргә лә яҡшы шарттар тыуҙырыуыбыҙ ҡыуандыра. Һәр клиентҡа шәхсән ҡараш өҫтөнлөклө була. Дүртөйлөләрҙе яңыртылған үҙәктә көтәбеҙ”,  - ти Дүртөйлө районы башлығы Риф Йосопов.

«Демография» (национальный проект “Демография”) милли проектына биш федераль проект инә: «Балаһы тыуған ғаиләләргә финанс ярҙамы», «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү», «Өлкән быуын», «Йәмәғәт сәләмәтлеген нығытыу», «Спорт - йәшәү нормаһы». Ошо милли проект буйынса маҡсатлы эштәр 2019-2024 йылдарҙа алып барылды.

2025 йылдан Президент Владимир Путиндың ҡарары буйынса Рәсәйҙә яңыртылған милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу башланды.

Фото: милли проекттар.рф

Автор:Карима Усманова
Читайте нас