Милли проекттар
27 Февраль 2025, 04:30

Эшҡыуар «Ижад мозаикаһы» ҡул эштәре оҫтаханаһын асҡан

Яҡын арала оҫтаханала һуғылған шәлдәр һәм башҡа әйберҙәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреү планлаштырыла. Шулай уҡ киләсәктә ул сувенир продукцияһы линейкаһын киңәйтергә ниәтләй.

Эшҡыуар «Ижад мозаикаһы» ҡул эштәре оҫтаханаһын асҡанЭшҡыуар «Ижад мозаикаһы» ҡул эштәре оҫтаханаһын асҡан
Эшҡыуар «Ижад мозаикаһы» ҡул эштәре оҫтаханаһын асҡан

«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышында бүленгән дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә яңы эш башлаусы эшҡыуар Сәниә Ҡотлобаева Башҡортостан Республикаһының Күмертау ҡалаһында «Ижад мозаикаһы» ҡул эштәре оҫтаханаһын асҡан. Был хаҡта ҡала хакимиәтенән хәбәр итәләр.

Эшҡыуарға үҙ йортон булдырыуҙа «Минең бизнесым» үҙәге ярҙам иткән. Былтыр эшҡыуар ҡатын комиссия алдында үҙенең бизнес-планын уңышлы яҡлаған һәм дәүләт ярҙамы алыуға ирешкән  Был аҡсаға ул өҫтәл һәм иҙәнгә туҡыу станоктары, таҫма һуғыу станогы һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдар һатып алған.

Хәҙер оҫтаханала ҡатын-ҡыҙ башҡорт милли биҙәктәре менән  һәм ҡулдан эшләнгән балаҫтар эшләй, шулай уҡ  шәлдәр һуға. Яҡын арала оҫтаханала һуғылған шәлдәр һәм башҡа изделиелар буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреү планлаштырыла. Шулай уҡ киләсәктә ул сувенир продукцияһы линейкаһын киңәйтергә ниәтләй.

Билдәләп үтергә кәрәк, Күмертауҙа бизнес өсөн «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» (национальный "Эффективная и конкурентная экономика") яңы милли проектын тормошҡа ашырыу процесында төрлө финанс ярҙамы формалары эшләй. Мәҫәлән, адреслы социаль ярҙам барышында стартапҡа 350 мең һум бүленгән.

«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство”) милли проектының маҡсаты - бизнесты үҫтереүҙең бөтә этаптарында: башланғыс идеянан алып киңәйтеүгә һәм экспортҡа сығыуға тиклем булышлыҡ итеү. Ошо милли проект буйынса эш 2019-2024 йылдарҙа алып барылды.

2025 йылдан Президент Владимир Путиндың ҡарары буйынса Рәсәйҙә яңыртылған милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу башланды.

Фото: телеграм

Автор:Карима Усманова
Читайте нас