Милли проекттар
27 Февраль 2025, 03:30

Ҡыйғылар шәкәр диабеты мәктәбендә белем алды

Мәктәптә йәмғеһе 100-ҙән ашыу дәрес ойошторолған.

Ҡыйғылар шәкәр диабеты мәктәбендә белем алдыҠыйғылар шәкәр диабеты мәктәбендә белем алды
Ҡыйғылар шәкәр диабеты мәктәбендә белем алды

Башҡортостанда 2023 йылдан алып «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса шәкәр диабеты мәктәбендә республиканың Ҡыйғы районынан 1,2 меңдән ашыу кешеһе белем алған. Был хаҡта район хакимиәтенән хәбәр итәләр.  

Мәктәптә йәмғеһе 100-ҙән ашыу дәрес ойошторолған. Уҡытыуҙы тәжрибәле табип-эндокринолог Илгиз Зарипов алып барған, ул ҡанда шәкәр кимәлен контролдә тотоу, туҡланыу үҙенсәлектәре һәм шәкәр диабетынан һуң өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү саралары тураһында белеме менән уртаҡлашҡан. Шәкәр диабеты мәктәбенең эше пациенттарға йәшәү сифатын яҡшыртырға ғына түгел, шулай уҡ үҙ һаулығына аңлы ҡараш булдырырға ла ярҙам итә. Һөҙөмтәлә пациенттар белемлерәк була бара, был уларға сирҙе яҡшыраҡ еңергә һәм өҙлөгөүҙәрҙең таралыу хәүефен кәметергә мөмкинлек бирә. 

«Диабет менән идара итеү шәкәр кимәлен контролдә тотоуҙан тыш, йәшәү рәүеше икәнлеген аңлау мөһим. Мин һәр ваҡыт дөрөҫ туҡланыу һәм физик әүҙемлек глюкозаның тотороҡло кимәлен һаҡлауҙа төп роль уйнауын һыҙыҡ өҫтөнә алам. Белгестәрҙә даими тикшереү үтеү тураһында онотмағыҙ. Мөмкин булған проблемаларҙы ни тиклем иртәрәк асыҡлаһағыҙ, уларҙы хәл итеү шул тиклем еңелерәк буласаҡ. Беҙ бында һеҙгә диабет менән ауырығанда йәшәргә өйрәнергә һәм өҙлөгөүҙәрҙән ҡасырға ярҙам итеү өсөн», - тип билдәләй Илгиз Зарипов.    

«Һаулыҡ һаҡлау» (нацпроект «Здравоохранение») милли проекты үҙәгендә - эшкә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем осраҡтарын кәметеү, медицина ойошмаларында кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү, бөтә граждандарҙы профилактик тикшереү менән солғап алыуҙы тәьмин итеү. Ошо милли проект буйынса эш 2019-2024 йылдарҙа алып барылды. 2025 йылдан Президент Владимир Путиндың ҡарары буйынса Рәсәйҙә яңыртылған милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу башланды.

Фото: gtrk.tv

Автор:Карима Усманова
Читайте нас