Милли проекттар
28 Февраль 2025, 02:30

Ике меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк

Ауыл халҡы өсөн табиплыҡ амбулаторияһы асылыуы ҙур байрам

Ике меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәкИке меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк
Ике меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк

Асҡын районының Урмияҙ ауылында яңы модулле табиплыҡ амбулаторияһы асылды. Ошо йылдан башлап медицина учреждениеларын төҙөү “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының тәүге звноны яңыртыу программаһына ярашлы башҡарыла.

Элекке амбулатория 1987 йылда төҙөлгән, һыу менән тәьмин итеү, канализация системалары булмаған бинала урынлашҡан булған. Яңы бина заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Пациенттарҙы ҡабул итеү, терапевт, прививка яһау, процедура кабинеттары, көндөҙгө стационар, дарыуҙар һаҡлау өсөн бүлмә урынлашҡан. Өлкәндәр һәм аҙ хәрәкәтләнеүсән кешеләр өсөн пандус ҡуйылған.

Хәҙер 2241 кеше, шул иҫәптән 323 бала, ҡалаға барып йөрөмәйенсә медицина ярҙамын урында аласаҡ. Көнгәк, Табаҫҡытамаҡ һәм Үршиҙе  ауылдары халҡы яңы медицина учреждениеһы асылыуына шат.  Амбулаторияла пациенттарҙы табип- терапевт Гөлнара Ирғәлина, табип- педиатр Гөлнара Насретдинова, шәфҡәт туташы Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы  ҡабул итәсәк.

– Ауыл халҡы өсөн табиплыҡ амбулаторияһы асылыуы ҙур байрам, медицина хеҙмәттәренең  сифатын яҡшыртыуҙа мөһим аҙым, – ти Асҡын үҙәк район дауаханаһының баш табибы Вадим Ғәләүетдинов.   
Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты ( нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Ике меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк
Ике меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас