Рәсәйҙә программистарҙың белдеклелеген ирекле рәүештә раҫлау системаһы индерелде, ул 31 декабргә саҡлы дауам итәсәк.
Эксперимент шарттарына ярашлы, белгестәрҙе IT-скилдар менән эш итә белеү кимәленә тест үткәреү платформаһына ирекле рәүештә бушлай индерәләр. Баһа ыңғай булған осраҡта тейешле сертификат бирелә, ул бер йыл дауамында яраҡлы буласаҡ.
“Эш биреүсе компаниялар, белем биреү учреждениелары һәм башҡа ойошмалар хәҙер үҙҙәре өсөн кәрәкле программисты һайлап алырға, уның һөнәри кимәлен асыҡларға мөмкин”, – ти ошо системаның белгестәре. Был эш “Дәүләттең мәғлүмәттәр иҡтисады һәм һанлы трасформацияһы” милли проекты («Экономика данных и цифровая трансформация государства») сиктәрендә башҡарыла.
Фото: “Башинформ”.