Милли проекттар
4 Март 2025, 02:30

Хәүефле миҙгелгә әҙерлек башланды

Ишембай районы уҡыусыларына урмансы һөнәре тураһында һөйләнеләр. 

Хәүефле миҙгелгә әҙерлек башландыХәүефле миҙгелгә әҙерлек башланды
Хәүефле миҙгелгә әҙерлек башланды

Янғын йәһәтенән хәүефле миҙгелгә әҙерлек барышында һәм “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) маҡсаттарына һәм бурыстарына ярашлы, Башҡортостандың Ишембай районы уҡыусылары өсөн “Мөһим нәмәләр тураһында һөйләшеүҙәр” дәресен Маҡар урман хужалығы хеҙмәткәре үткәрҙе. Был хаҡта республиканың Урман хужалығы министрлығында хәбәр иттеләр.

Урмансы Марат Ғәлиуллин уҡыусыларҙы һөнәрҙәре тураһында ҡыҙыҡлы факттар менән таныштырҙы, урманда үҙеңде тотоу һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә иғтибар бүлде, шулай уҡ урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренә йөкмәтелгән бурыстар тураһында һөйләне.

“Янғын хәүефе хәлен күҙәтеүҙе беҙ ерҙә патруллек итеү юлы менән алып барабыҙ, әгәр ҙур биләмәләрҙе йәлеп итергә кәрәк булһа махсус транспортта, бәләкәй араларға йәйәү йөрөйбөҙ. Бынан тыш, авиация һәм йыһан мониторингы ярҙамына мөрәжәғәт итәбеҙ”, - тип һөйләне Маҡар урман хужалығы хеҙмәткәре Марат Ғәлиуллин.

Бынан тыш, белгес урмандарҙа янғынға ҡаршы махсус режимдың ҡасан индерелеүен һәм ошо биләмәләргә барыу тыйылыуын аңлатты. Балалар иғтибарлыраҡ булырға һәм ишеткәндәрен дуҫтары, ата-әсәләре менән уртаҡлашырға вәғәҙә итте.

“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхитте хәстәрләй һәм уны халыҡ өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ҡалдыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас