Милли проекттар
4 Март 2025, 04:30

Транзит транспорты Талбазыны урап үтәсәк

Эштең 2027 йылда тамамланыуы көтөлә. 

Транзит транспорты Талбазыны урап үтәсәкТранзит транспорты Талбазыны урап үтәсәк
Транзит транспорты Талбазыны урап үтәсәк

Республикабыҙҙың Талбазы ауылы эргәһендәге Көнбайыш сығыу юлы төҙөлөшө 2027 йылда тамамланасаҡ. Был эш “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфрастурктура для жизни”) ярҙамында бойомға ашырыла.

Башҡортостандың Транспорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, төҙөлөш барышында белгестәр ошондағы автобус туҡталыштарын монтажлай, иҫкәртеү бағаналары, билдәләр ҡуя, юл һыҙаттарын һыҙа. Яңы урау трасса транзит транспортына ауыл биләмәһенә инмәй, ситтән үтеү мөмкинлеген бирә. Һөҙөмтәлә Талбазыла юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге артасаҡ, экологик хәл-торош яҡшырасаҡ.      

Билдәле булыуынса, республикабыҙҙа әлегә ҡәҙәр ошондай эштәр “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы атҡарылды. Мәҫәлән, М-7 “Волга” трассаһында Илеш, Дүртөйлө, Саҡмағош райондарының биш тораҡ пунктын урап үтеү юлы төҙөлдө.

2024 йыл йомғаҡтары буйынса, төбәгебеҙҙә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектының төп маҡсатлы күрһәткестәренә өлгәшелде. Быйыл Магнитогорск – Ира, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск, Стәрлетамаҡ – Раевка, Бүздәк – Дәүләкән, Өфө – Иглин – Ҡыҙылъяр – Павловка һәм башҡа юлдарҙа эш алып барыласаҡ.    

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – тораҡ пункттарын комплекслы үҫтереү: юл, торлаҡ төҙөү, уларҙы ремонтлау, йәмәғәт киңлектәрен, ихаталарҙы яңыртыу, тейешле социаль һәм коммуналь инфраструктура булдырыу, йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттарын арттырыу һ.б.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2025 йылғы ҡарарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башинформ".

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас