Милли проекттар
5 Март 2025, 08:30

Нефтекамала хәүефһеҙ иҙән япмалары етештерелә

Был өлкәлә импортты алмаштырыуҙы үҫтереүҙә мөһим аҙым яһалды.

Нефтекамала хәүефһеҙ иҙән япмалары етештереләНефтекамала хәүефһеҙ иҙән япмалары етештерелә
Нефтекамала хәүефһеҙ иҙән япмалары етештерелә

“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты ярҙамында Нефтекама ҡалаһында “АллМат” хәүефһеҙ иҙән япмалары етештереү предприятиеһы үҙ эшен башланы. Был хаҡта ҡала округы хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Яңы производство заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Үҙенсәлекле технологиялар яҡшыртылған сифатлы иҙән япмаларын сығарырға мөмкинлек бирә – юғары ныҡлыҡ, минималь ултырыу һәм тайыуға ҡаршы кимәле. Тауарҙы төрлө өлкәләрҙә, шул иҫәптән төҙөлөштә, транспортта һәм коммерция күсемһеҙ милегендә ҡулланырға мөмкин.

–Яңы производство асыу — Нефтекама халҡы өсөн яңы эш урындары ғына түгел, иҙән япмалары өлкәһендә импортты алмаштырыуҙы үҫтереүҙә мөһим аҙым. Предприятие сит ил аналогтарына сифатлы алмаш тәҡдим итеп, баҙарҙа лайыҡлы урын алырға ниәтләй. Был импортҡа бәйлелекте кәметергә һәм илебеҙ етештереүселәренең урынын нығытырға мөмкинлек бирәсәк, — тип билдәләне Нефтекаманың бизнес-шерифы Лилиә Петрова.

“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) маҡсаттары — иҡтисадты, финанс баҙарын, конкуренцияны үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм инвестиция әүҙемлеген арттырыу, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү. Иҡтисадтың сәнәғәт секторҙары перспективаларына, юғары технологияларға һәм йәштәр бизнесына айырыуса иғтибар бүленә.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

 Фото: vk.com/wall-144264953_60011?ysclid=m7vm3wjp52725724708

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас