Быйыл Башҡортостанда бер мең километрҙан ашыу юлдарҙы, дөйөм оҙонлоғо кәмендә бер мең метр булған күперҙәрҙе ремонтлау ҡаралған.
Был турала республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының киңәйтелгән коллегияһы ултырышында хәбәр ителде. Ошо күләмдең 486 километр юлы һәм 709 метр күперҙәре “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект «Инфраструктура для жизни») сиктәрендә эшләнәсәк. Ремонтланасаҡ юлдарҙың 211 километры һәм 300 метр оҙонлоҡтағы күперҙәр “фонлаусы”, йәғни емерек хәлдәгеләр иҫәбенә инә.
Бынан тыш, 87 баҡсасылыҡ ширҡәтенә илткән 30 километр юлды тәртипкә һалыу ҙа планлаштырылған.
Фото: “Башинформ”.