Милли проекттар
6 Март 2025, 13:45

Янғындар миҙгеленә улар әҙер

Башҡортостандың урман янғыны ойошмалары йәйге миҙгелгә техниканы әҙерләне, тип хәбәр итәләр республиканың Урман хужалығы министрлығында.

Янғындар миҙгеленә улар әҙерЯнғындар миҙгеленә улар әҙер
Янғындар миҙгеленә улар әҙер

Башҡортостандың урман янғыны ойошмалары йәйге миҙгелгә техниканы әҙерләне, тип хәбәр итәләр республиканың Урман хужалығы министрлығында.

Күҙаллауҙарға ярашлы, быйыл урман янғындарының апрель башында уҡ булыуы мөмкин. Шуға күрә урман янғыны ойошмалары һәм урман хужалыҡтары махсус техника һәм ҡарамалдарҙы, яғыулыҡ-майлау материалдары запасын алдан уҡ әҙерләүгә тотондо.

“Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Урманды һаҡлау” федераль проекты нигеҙендә беҙ урман янғыны техникаһы менән тулыһынса тәьмин ителгәнбеҙ, әле планда ҡаралған ремонт эштәре менән мәшғүлбеҙ”, – ти Башҡортостандың урман янғыны үҙәге етәксеһе Айрат Йосопов.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас