Милли проекттар
7 Март 2025, 03:30

Ике республика өсөн дә мөһим

Башҡортостанда Татарстан менән сиктәш урында Ыҡ йылғаһы аша күперҙә һигеҙ таяуҙың етәүһе ҡуйылды. 

Ике республика өсөн дә мөһимИке республика өсөн дә мөһим
Ике республика өсөн дә мөһим

Башҡортостанда Татарстан менән сиктәш урында Ыҡ йылғаһы аша күперҙә һигеҙ таяуҙың етәүһе ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр республика Транспорт министрлығынан. Төҙөлөш “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә алып барыла.

Ул Октябрьский - Уруссу юлында урынлашҡан. Уның оҙонлоғо - 238,5 погон метр, киңлеге 7 метр тәшкил итә. Реконструкция сиктәрендә объектта һигеҙ таяу ҡороласаҡ. Шунан һуң юлсылар тороҡ ҡоролмалары балкаларын монтажлай башлай.

- Ыҡ йылғаһы аша күпер республикабыҙҙа һәм Татарстанда йәшәүселәр өсөн дә мөһим. Был ҡоролма урынлашҡан Октябрьский - Уруссу автомобиль юлы Башҡортостан менән Татарстанды тоташтыра, шуға күрә бында яҡын арала тәүлегенә уртаса 4000 автомобилгә етеүе ихтимал. Шуға күрә күперҙе реконструкциялау ике төбәк араһында юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың уңайлы һәм хәүефһеҙ йөрөүен тәьмин итеү өсөн кәрәк, - тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Күперҙе төҙөкләндереү 2024 йылда башланды. Иҫке конструкция тулыһынса һүтелгән. Ҙур эштәр башҡарыу бурысы тора. Бында хәүефһеҙлек һыҙаттары, яңы ҡаршылыҡ һәм яндауыр ҡоймалар ҡуйыу, яһалма электр яҡтыртыу ҡорамалдарын ҡуйыу күҙаллана. Күперҙең ике яғынан йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙ хәрәкәтен тәьмин итеү өсөн тротуарҙар буласаҡ. Барлыҡ эштәрҙе 2026 йылда тамамлау күҙаллана.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас