Башҡортостан Хөкүмәтенең Дәүләт ғаилә сәйәсәте буйынса координация советы ултырышында тыуым күрһәткестәренә анализ тикшерелде.
Хөкүмәт вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов билдәләүенсә, ғаилә ҡиммәттәрен мәктәптә популярлаштырыу, студент ғаиләләренә ярҙам итеү, ғаиләләр ялын ойоштороу һәм башҡалар – былар барыһы ла даими һәм ентекле иғтибар талап итә.
“Тыуым күпселек дәрәжәлә финанс кимәленә лә, ғаиләнең абруйын күтәреүгә лә бәйле”, – ти Руслан Хәбибов.
“Ғаилә сәйәсәтенең бурыстары хеҙмәтләндереүҙең, ойошмаларҙың ғаилә ихтыяжына яҡыныраҡ булыуына, хеҙмәткәрҙәрҙең эше ғаилә йөкләмәләре менән бергә ҡушылып бара алыуына, бындай йөкләмәле хеҙмәткәрҙәргә корпоратив ярҙам сараларын индереүгә ҡайтып ҡала”, – ти ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Ғаилә” яңы милли проекты (национальный проект “Семья”) ғаиләгә төрлө этаптарҙа ярҙам итергә тейешле биш проекттан тора. Айырым федераль проект Рәсәйҙә күп балалы ғаиләләрҙе үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Ғаилә йылында шулай уҡ күп балалы ғаиләнең берҙәм хоҡуҡи статусы раҫланды һәм уның төп социаль гарантиялары яҙылды.
Фото: “Башинформ”.