Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы Ҡандракүлдә “Рәсәй һыуы” акцияһы барышында өмә уҙҙы, тип хәбәр иттеләр төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында. Сараны “Экологик именлек” милли проектына (национальный проект “Экологическое благополучие”) ярҙам итеү өсөн уҙғарҙылар.
Күл боҙона “Ҡандракүл” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре сыҡты. Улар бер нисә тоҡ сүп-сар, яуапһыҙ балыҡсылар һәм туристар боҙҙа ҡалдырған әйберҙәрҙе йыйып алды.
- Беҙ парк биләмәһен даими күҙәтеп барабыҙ, боҙ өҫтөн ҡалдыҡтарҙан таҙартабыҙ. Ә “Таҙа боҙ” акцияһы барышында инспекторҙар балыҡсылар менән аңлатыу эштәрен алып бара, – тине “Ҡандракүл” тәбиғәт паркы методисы Ирина Сабирова.
“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхитте хәстәрләй һәм уны халыҡ өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ҡалдыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.