Милли проекттар
13 Март 2025, 05:30

Ике районда эшҡыуарҙар өсөн күсмә консультациялар үтте

Уларҙа 80-гә яҡын яңы эш башлаған һәм эшләгән эшҡыуар ҡатнашҡан.

Ике районда эшҡыуарҙар өсөн күсмә консультациялар үттеИке районда эшҡыуарҙар өсөн күсмә консультациялар үтте
Ике районда эшҡыуарҙар өсөн күсмә консультациялар үтте

Эшҡыуарҙар өсөн күсмә консультациялар Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил һәм Бөрйән райондарында «Минең бизнесым» үҙәгенең мобиль офисы ярҙамында үткәрелгән. Саралар «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты бурыстарына ярашлы ойошторолдо, тип хәбәр итә төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.

Консультацияларҙа 80-гә яҡын яңы эш башлаған һәм эшләгән эшҡыуар ҡатнашҡан. Улар эксперттар менән үҙҙәренең идеяларын һәм проекттарын тикшергән, кредитлау, гранттар һәм лизинг шарттары тураһында һорауҙар биргән. Шулай уҡ сара спикерҙары милли проект буйынса дәүләт ярҙамы саралары, уларҙы алыу алымдары һәм «Минең бизнесым» үҙәгенең уҡытыу программалары тураһында һөйләгән.

«Һәр эшҡыуар ҡулай ярҙам саралары хаҡында белергә һәм улар менән үҙ эшен үҫтереү өсөн файҙалана алырға тейеш. Эшебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ һәм мөмкин тиклем күберәк эшҡыуарҙар ярҙамдан файҙалана алһын өсөн күсмә консультациялар географияһын киңәйтәсәкбеҙ. 2025 йылда ошондай 30 сара уҙғарырға уйлайбыҙ», - ти «Минең бизнесым» үҙәге етәксеһе Аида Сәлимова.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, былтыр республикала 300 кеше ҡатнашлығында 19 күсмә консультация ойошторолдо.

«Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» (нацпроект «Эффективная и конкурентная экономика») милли проектының маҡсаттары - иҡтисадты, финанс баҙарын, конкуренцияны үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм инвестиция әүҙемлеген арттырыу, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү. Иҡтисадтың сәнәғәт секторҙары перспективаларына, юғары технологияларға һәм йәштәр бизнесына айырыуса ҙур иғтибар бүленде.

Фото: gtrk.tv

Автор:Карима Усманова
Читайте нас