“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһына “УЗИ-Электрон” ультратауыш диагностика аппараты алынды. Яңы аппарат иртә стадияла сирҙәрҙе асыҡларға, табиптарға уларҙың үҫеш сәбәптәрен теүәл билдәләргә һәм дауаларға ярҙам итә. Күсмә ҡорамал ҡорһаҡ, тамырҙар, йөрәк өлкәһен тикшереү һәм шулай уҡ педиатрияла, неонатологияла, акушерлыҡта һәм гинекологияла файҙаланыу өсөн тәғәйенләнгән.
–“УЗИ-Электрон” ярҙамында беҙ пациенттарҙы диагностикалауҙы яҡшырттыҡ, шулай уҡ көндәлек тикшереүҙәр һаны артты,– тип билдәләне дауахананың баш табибы Владислав Ваһапов.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.